+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 19:21

Бөгөн - Халыҡ-ара калуш көнө

Баҡтиһәң, 4 февраль - Халыҡ-ара калуш (галош) көнө икән дә! Ауыл ерендә шунан да еңел, уңайлы аяҡ кейеме юҡтыр ул - йәһәтләп, аяҡҡа эләктерҙең дә йүгерҙең.

Баҡтиһәң, 4 февраль халыҡ-ара калуш (галош) көнө икән дә! Ауыл ерендә шунан да еңел, уңайлы аяҡ кейеме юҡтыр ул - йәһәтләп, аяҡҡа эләктерҙең дә йүгерҙең. Һыуланмай ҙа, бысранһа - һөртөп кенә алаһың.
Баҡтиһәң, калуштың килеп сығыу тарихы Көньяҡ Америкала ҡасандыр көн күргән Патагон (туранан-тура тәржемәһе "ҙур аяҡлы" тигәнде аңлата) индеецтар ҡәбиләһенә бәйле икән. Улар гевея ағасының ҡайырын ҡырҡҡанда аҡ төҫтәге ыҫмала (латекс) ағыуын белеп ҡалған. Уның составында кәүшәк (каучук) бар икән. Бразиль телендә "каучук" һүҙе былай аңлатыла: "кау" - ағас һәм "учу" - ағыу, илау, йәғни гевея ағасының күҙ йәше булып сыға.
Индеецтар ағастың кәүшәген ағыҙып, аяҡтарына уны йә һөртөр булғандар, йә уға аяҡтарын тығып алып, ҡояшта, йәки усаҡ эргәһендә киптереп, аяҡ кейеме эшләр булғандар. Был аяҡ кейеме бер аҙ хәҙерге калушҡа ла, ойоҡҡа ла оҡшаш булған, һунар иткәндә аяҡты яраланыуҙан, еүешләнеүҙән һаҡлаған. Ә уның килбәтһеҙ эҙе ерҙә ҡыҙыҡ ҡына ҙур-ҙур аяҡ эҙҙәрен хәтерләткән. Шунан сығып та был башлы индеецтар ҡәбиләһен патагондар тип йөрөтә башлағандар ҙа инде.
Читайте нас: