Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 12:35

Башҡортостанда уҡытыусының иренә уҡыусыны туҡмаған өсөн хөкөм сығарылды

Баҡалы районынан 51 йәшлек иргә хөкөм сығарылды. Ул 7 синыф уҡыусыһының сәләмәтлегенә еңелсә зыян килтереүҙә ғәйепләнде.

Мировой суд Баҡалы районынан 51 йәшлек иргә хөкөм сығарҙы. Ул етенсе класс уҡыусыһының сәләмәтлегенә еңелсә зыян килтереүҙә ғәйепләнде.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Иҫке Ҡорос ауылы мәктәбе уҡытыусыһы иренә уҡыусының дәрестә тыңламауы һәм уға ҡамасаулауы тураһында һөйләгән.

«Уҙған йылдың октябрендә ир үҫмерҙе урамда осратҡан һәм маңлайына һуҡҡан, баланың һаулығына еңелсә зыян килтергән. Ул енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен таныны», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Суд уҡытыусының ирен 240 сәғәтлек мәжбүри эштәргә хөкөм итте. Ирҙең суд ҡарарына ялыу биреү өсөн 10 тәүлеге бар.

Читайте нас в