+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 14:53

Өфө районында балалар өсөн асыҡ типтағы спорт комплексы төҙөләсәк

Быйыл баш ҡала эргәһендә балалар өсөн өр-яңы асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк. Бының өсөн 20 миллион һум аҡса кәрәк.

Быйыл баш ҡала эргәһендә балалар өсөн өр-яңы асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк. Бының өсөн 20 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. "Берҙәм Рәсәй" партияһынан хәбәр итеүҙәренсә, партпроект сиктәрендә федераль бюджеттан аҡса бүленәсәк, тағы ла республика бюджетынан төҙөлөшкә 400 мең һум йәлеп ителәсәк.
"Физкультура-һауыҡтырыу комплексы мини-футбол, гандбол, баскетбол, волейбол, урам тренажерҙары, йүгереү юлдары өсөн махсус йомшаҡ материал, мобилле баскетбол фермаһы, функциональ тренинг өсөн ҡоролмалар комплекты һәм башҡа спорт инвентарҙары менән йыһазландырыласаҡ", - ти "Балалар спорты" проектының Башҡортостандағы төбәк координаторы Рима Батталова.
Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, комплекс Өфө районында төҙөлә. Әлегә аныҡ ҡына ҡарар юҡ, бәлки ҡаланың көньяғында урынлашҡан Зубов ауылын һайларҙар.
фото: "Берҙәм Рәсәй".
Читайте нас: