Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 10:48

Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме конкурсы күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы күргәҙмәһе һәм «Этноракурс» фотокүргәҙмәһе асылды.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы күргәҙмәһе һәм «Этноракурс» фотокүргәҙмәһе асылды. Экспозицияла проекттың иң яҡшы оҫталарының үҙенсәлекле эштәре менән танышырға мөмкин.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.

«Тамға» проекты республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығында тормошҡа ашырылды. Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары үҙ миҫалында милли костюмдың традицияларын пропагандалауға һәм һаҡлауға тос өлөш индерә. Радий Фәрит улының ҡарары менән былтыр йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө булдырылды. Ошондай күмәк һәм төрлө яҡлы эш менән башҡорт милли кейемен, йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалырбыҙ һәм йәш быуынға тапшырырбыҙ», — тип билдәләне мәҙәниәт министры һәм «Тамға» проектында ҡатнашыусыларға, жюри ағзаларына рәхмәт белдерҙе.

Күргәҙмә буйлап тәүге экскурсияны этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, жюри ағзаһы Сәлимә Усманова үткәрҙе. Экспозицияла – конкурс өсөн башҡорт халҡының милли костюмдары. Күргәҙмәнең төп өлөшөн аутентик милли кейемдәр биләй. Шулай уҡ заманса ҡатын-ҡыҙ кейемдәре коллекцияһы ла бар.

«Ханымдар» коллекцияһы авторы Роза Юлдашбаева билдәләүенсә, юғары мода күҙлегенән коллекцияның үҙенсәлеклелеге профессиональ дизайнер ҡарашы һәм традицион ҡул менән сигеүҙең күптән көтөлгән ижади тандемына ҡайтып ҡала.

Бынан тыш, күргәҙмәлә башҡорт яугире атрибуттарын, традицион костюм аксессуарҙарын һәм биҙәүестәрҙе күрергә була.

Ҡунаҡтар республиканың билдәле фотографтарының уникаль эштәре ҡуйылған «Этноракурс» фотокүргәҙмәһен дә ҡараны. Улар араһында профессиональ фотограф, «Башҡортостан» гәзите фотохәбәрсеһе Эдуард Дилмөхәмәтов, танылған Өфө фотографы, «Вещдоки Сирия» проекты авторҙарының береһе Айбулат Аҡбутин, фотограф Азат Мөхәмәтйәров, фоторәссам, режиссер Гөлназ Ғәлимуллина бар.

Күргәҙмә 2021 йылдың 28 февраленә тиклем эшләй.

Читайте нас в