8-12 февраль Башҡортостанды арктика һыуығы ҡаплай. Был аҙнаның беренсе яртыһы иң һалҡыны булмаҡсы тип фараз итә синоптиктар. Был мәл һауа температураһы -19 алып — 22 градусҡаса, төнөн -22-28 градус һалҡын буласаҡ. Секундына 11 метр тиҙлектә ел менән дә танауҙарҙы борасаҡ был һалҡындар.
Кесе йоманан алып температура көндәрен -10 градусҡа тиклем күтәрелә. Ләкин шул мәл көслө ҡар яуасаҡ. Ял көндәренә ҡарай йылытасаҡ. 14 февраль Өфөлә тик 2 градус һалҡын буласаҡ.
Уңышлы эш һәм уҡыу аҙнаһы һеҙгә!
фото: Айназа Ямалова, Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы.