+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 14:51

«Беренсе Республика» фильмы еңеү яуланы

Белоруссияла үткән «Лаурус» халыҡ-ара кинофестивалендә «Беренсе Республика» фильмы «Иң яҡшы фильм» номинацияһында еңеү яуланы.

Белоруссияла үткән «Лаурус» халыҡ-ара кинофестивалендә «Беренсе Республика» фильмы «Иң яҡшы фильм» номинацияһында еңеү яуланы.
Кинофестиваль Минск ҡалаһында 1-6 февралдә уҙҙы. Унда Рәсәй, Израиль, Бөйөк Британия, АҠШ, Болгария, Ҡаҙағстан, Төркиә, Ҡытай һәм Австралиянан кино эштәре ҡатнашты.
Режиссер Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» фильмы башҡорт профессиональ сәнғәтенә, әҙәбиәтенә, драма һәм музыка театрына нигеҙ һалған күренекле шәхестәрҙең фажиғәле яҙмыштары хаҡында һөйләй. Күпселек геройҙарҙың тормошо ҡулға алыуҙар һәм репрессиялар һөҙөмтәһендә ҡырҡа үҙгәрә, ә күптәренең ғүмере 1938 йылдың 10 июлендә өҙөлә, нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр халыҡ дошманы тип атып үлтерелә.
Читайте нас: