+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 19:18

Осрашыуҙан илһам алып

Ошо көндәрҙә Таһир Күсимов исемендәге гимназияла белем усағының 1996, 2001, 2011, 2016 йылғы сығарылыш уҡыусылары менән иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу үтте.

Ерҙә, күктә,диңгеҙҙәрҙә –
Бар донъяла юлдар тулы.
Тик барыһынан яҡыныраҡ,
Ҡәҙерлерәк мәктәп юлы.
Ошо көндәрҙә Таһир Күсимов исемендәге гимназияла белем усағының 1996, 2001, 2011, 2016 йылғы сығарылыш уҡыусылары менән иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу үтте. Сараға шулай уҡ ветеран уҡытыусылар менән бергә Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғылары Р.Ғ.Әхтәмова, Г.В.Хәкимова, М.И.Мөхәмәтдинова, Л.Р.Рысҡужина, Н.Ғ.Фәттәхова, Х.К.Сибәғәтуллина, Х.Ә.Дәүләтшина, Б.Ғ.Ғиниәтов һәм гимназияның тәүге директорҙары ла саҡырылғайны. Ҡунаҡтар үҙҙәре уҡыған белем усағының ҡаҙаныштарын сағылдырған фотокүргәҙмә менән танышты, зауыҡ менән биҙәлгән кабинеттарҙы ҡарап һоҡланды, башланғыс синыф уҡыусыларының дәрестәренә лә инеп сыҡты.
Иң тәүге һүҙ мәктәп директоры Рәмил Нурислам улы Әхтәмовҡа бирелде. Ул белем усағының ҡаҙаныштары, хәл итәһе мәсьәләләр тураһында ентекләп һөйәләгәндән һуң 1996 йылдан 2016 йылға тиклем гимназияла уҡып, мәктәптең абруйын күтәргән уҡыусыларҙың исемдәрен дә телгә алып үтте. Белем биргән уҡытыусылар Ф.Ә. Ғиниәтова, Р.Н.Ғәлимова, Н.Ғ.Фәттәхова, Р.С.Фәйзуллина, З.С.Төхвәтуллина, шулай уҡ синыф етәкселәре ҡайһы уҡыусының ниндәй еңеүҙәр яулауын, спорт ярыштарында, мәктәптә уҙған сараларҙа ниндәй эштәр башҡарыуын, ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алды. Оло тормош юлына аяҡ баҫҡан уҡыусылар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне: яратҡан белем усағына һәм уҡытыусыларына бүләктәр тапшырҙы, изге теләктәрен, оло рәхмәтен белдерҙе. Гимназияның уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы ҡунаҡтар өсөн матур концерт программаһы әҙерләгәйне. Осрашыуға килеүселәр Башҡортостан таланттары – 8-се Бөтә Рәсәй онлайн конкурсы еңеүсеһе “Талисман” вокал ансамбленең һәм уның етәксеһе Ф.М.Ноғоманованың, шулай уҡ “Сулпылар-2020” республика телевизион конкурсы еңеүсеһе Тамерлан Әбүшаһмановтың йырҙарын тыңлап һөйөндө. Кисәлә бигерәк тә Ә.М.Фәтхетдинова етәкселегендәге “Урал ынйылары” бейеү ансамбленең сығыштары осрашыу тантанаһының бер йәме булып хәтергә уйылды. 7-се “В” синыфы уҡыусыһы Әлиә Мөхитдинова иһә скрипкала уйнап, ҡунаҡтарҙы моңло йырҙары менән тәбрикләне.
Тамашаны гимназияның педагог-ойоштороусылары А.А.Боҫҡонова менән Ю.М.Йәһүҙина әҙерләп алып барҙы.
Сараның иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторолоуы мәктәптә тырыш, һәләтле шәхестәр эшләүе тураһында һөйләй. Замандан алда барырға ынтылыусы оло йөрәкле, эшһөйәр йәштәргә тоғро юл күрһәтеүсе коллегаларыма – гимназияның бөгөнгө педагогик коллективына – артабан да уңыштар ғына юлдаш булһын.
Зөһрә Кашапова,
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы
Читайте нас: