-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 12:11

Бала хоҡуҡтарын кем яҡлар

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова вазифаһын ҡалдыра.

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова вазифаһын ҡалдыра.

10 февралдә профилле комитет ултырышында йомғаҡлау доклады менән сығыш яһағанда ул Ҡоролтай депутаттарына ошо хаҡта белдерҙе, тип хәбәр итте «Коммерсант».

Милана Скоробогатова 10 йыл эшләгәндән һуң вазифаһын ҡалдыра, 25 мартта килешеүенең ваҡыты ғәмәлдән сыға. Әйткәндәй, Скоробогатованың кандидатураһы республикала кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәҡдим ителде. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә уның кандидатураһы ҡарала.

Милана Скоробогатова 2011 йылда Башҡортостандың балалар омбудсмены итеп тәғәйенләнгәйне.

Был вазифаға ул Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығынан килде.

2020 йылдың декабрендә республика башлығы Радий Хәбировтың Милана Скоробогатованы кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләргә тәҡдим итеүе билдәле булды.

Читайте нас: