+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 12:14

Яңауылда Уран ырыуы йыйыны үтә

12 февралдә Уран ырыуы вәкилдәре Яңауыл районында йыйыла.

12 февралдә Уран ырыуы вәкилдәре Яңауыл районында йыйыла.
Тәүҙә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн саралар ойошторола: Яңы Артауыл ауылында "Аҡбуҙат" журналы менән танышыу була, уның сиктәрендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында "Шумер" мультифильмы күрһәтелә, Уран ырыуының иң йәш вәкилдәре өсөн уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Һуңынан Яңауыл ҡалаһының Йәштәр һарайында башҡорт телендә "Нурбостан" анимация сериалының презентацияһы, "Тамыр" телеканалынан профессиональ фотосессия ойошторола, шулай уҡ төрлө уйындар һәм ярыштар уҙғарыла.
Уран ырыуы йыйыны Яңауылдың Мәҙәни-ял итеү үҙәгендә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Бинаның фойеһында башҡорт этноихатаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары дәрестәре менән танышырға мөмкин буласаҡ. Төп сара Уран ырыуы тураһында театрлаштырылған тамашанан башлана.
Уран ырыуы биләмәләре Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш яртыһында урынлашҡан (ҡалған өлөшөн Гәрәй ырыуы башҡорттары биләй). Ошо ауылдарҙан йыйынға 77 делегат килә, улар үҙ советын һайлаясаҡ, ырыу гербын һәм гимнын ҡабул итәсәк. Улар алдында яҡташтары һәм Өфө ҡунаҡтары сығыш яһаясаҡ. Тарихсылар төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының, шул иҫәптән Уран ырыуы башҡорттарының тарихы һәм үҙенсәлеге хаҡында һөйләй. Шулай уҡ танылған яҙыусы-сатирик, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле Марсель Сәлимов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, сығышы менән Уран ырыуынан булған Фәнәүи Сәлихов сығыш яһай. Сара үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары концерты менән тамамлана.
Читайте нас: