-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 17:19

Бер һыуыҡ бер йылы

Февраль айы беҙҙе тағы аптырата. Сатнама һыуыҡтар үтте тип кенә торһаҡ, ул кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Ҡасан?

Февраль айы беҙҙе тағы аптырата. Сатнама һыуыҡтар үтте тип кенә торһаҡ, ул кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Ҡасан?
Аҙнаның тәүге яртыһы үтә һыуыҡ булды, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнсығышында һауа температураһы -30,-36 градусҡа тиклем төштө, кесе йоманан тағы йылытты. 13 февраль һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда -12, көндөҙ +4,-1 градусҡаса күтәрелә. Бер аҙ ҡар, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр, урыны менән боҙлауыҡ көтөлә.
14 февралдә, һауа температураһы йәнә түбәнәйә башлаясаҡ, киләһе аҙнаның беренсе яртыһында һыуыҡ булыуы көтөлә тип фараз итә синоптиктар.
Айназа Ямалова фотоһы. Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы.
Читайте нас: