+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 17:04

Сатраш – батшалар уйыны

Салауат районы Малаяҙ Башҡорт гимназияһында “ Сатраш мәктәбе” әүҙем эшләй. Унда ике тиҫтәнән артыҡ бала ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шөғөлләнә.

Салауат районы Малаяҙ Башҡорт гимназияһында “ Сатраш мәктәбе” әүҙем эшләй. Унда ике тиҫтәнән артыҡ бала ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шөғөлләнә. Түңәрәктең етәксеһе, үҙ эшенең фанаты булған Шәрәфутдинов Радик Ғариф улы балаларға сатраш уйынын бик оҫта итеп өйрәтә. Кесе йәшән, хатта балалар баҡсаһынан уҡ, ул сатраш уйынына уҡыусыларҙы йәлеп итә. Башланғыс кластарҙан уҡ төрлө ярыштар үткәрә, баланың психологик-эмоционал торошон үҫтерә.Уйындарҙа еңеү һәм еңелеү алымдарын нығыта,яңы үрҙәр, маҡсаттар ҡуйырға өйрәтә.Гимназия кимәлендә генә түңел, ә район, республика кимәлендә лә уларҙың еңеүҙәре байтаҡ. Яңы ғына үткән онлайн ярышта Вахитова Азалия республика кимәлендә беренсе урынды яуланы.Азалия- уҡыу алдынғыһы ла.” Сатраш – батшалар уйыны. Сатрашта уйнау, уҡыуымда ла ярҙам итә.Ул миңә күтәренке кәйеф, ярыш сәме, ҡыуаныс алып килә, иптәштәрем менән аралашырға,дуҫтар табырға ярҙам итә”- ти, чемпион ҡыҙ. Афарин! Беҙ уны оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ҡаҙаныштари теләйбеҙ.
Гәрәева Фәнүзә Йомаҙил ҡыҙы-
тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Читайте нас: