+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 17:54

Ватан һәм милләт

Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаган ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, унын исемен бөйөк итеү өсөн тырышырыҙ.

Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаган ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, унын исемен бөйөк итеү өсөн тырышырыҙ.
Ватан — кешеләрҙең хөрмәте һәм һәр кем алдында ғорурланырлыҡ хазина. Шуға күрә ватан өсөн малығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ һәм көстәрегеҙҙе аямағыҙ. Ватан хаҡында бындай фиҙаҡәрлек күрһәтмәгән кеше унда йәшәргә лайыҡ түгел.
Ата-әсәгеҙҙе, яҡын ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек һөйһәгеҙ, милләтегеҙҙе лә шулай һөйөгөҙ. Милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ. «Милләт» һәм «Ватан» һүҙҙәрен мәсхәрәләүселәрҙе тыңламағыҙ. Улар шәрәф сифатынан мәхрүм ҡалған бисаралар. Уларҙың үҙҙәрен ҡыҙғанығыҙ һәм бындай түбән дәрәжәгә төшкәндәре өсөн мәрхәмәт күрһәтегеҙ.
Милләт һәм ватан өсөн хеҙмәт итергә тура килһә, уның өсөн рәхмәт һәм бүләк көтмәгеҙ. Бүләк көтөү шулай ҡалһын, фарыз ҡылдың, милләт һеҙгә яфа ҡылһа, һис үпкәләмәгеҙ, өҫтөгөҙгә йөкмәтелгән хеҙмәттәрҙән баш тартмағыҙ. «Ҡалаларым һәм ҡәүемдәрем ни ҡәҙәр мине яфалаһалар ҙа, минең алдымда улар һаман хөрмәтле», — тигән ғәрәп шиғырын' уҡығыҙ һәм шулай итеп күнелегеҙҙе йыуатығыҙ.
Бөйөк башҡорт улдарының береһе, ғалим Ризаитдин Фәхретдиновтың нәсихәттәренән.
Читайте нас: