+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 13:55

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!

23 февраль – көтөп алған байрамыбыҙ – Ватанды һаҡлаусы көнө! Ошо ҙур байрамыбыҙ хөрмәтенә “Аманат” журналы “Һис бирмәгән башҡорт Уралын!” тип исемләнгән конкурс иғлан итә!

23 февраль – көтөп алған байрамыбыҙ – Ватанды һаҡлаусы көнө! Ошо ҙур байрамыбыҙ хөрмәтенә “Аманат” журналы “Һис бирмәгән башҡорт Уралын!” тип исемләнгән конкурс иғлан итә!
Конкурста ҡатнашыу өсөн хәрби-патриотик темаға йырлап, бейеп, йәки көйҙәрҙе музыка ҡоралында уйнап, видеоға төшөргә. Шулай уҡ хәрби-патриотик темаға ҡул эштәре, һүрәт эшләү, үҙең ижад иткән шиғырҙы һөйләп, видеоға төшөргә.
Видеояҙмаларҙы #Мин_Ватанды_һаҡлаусы хештегы аҫтында үҙегеҙҙең диуарығыҙҙа урынлаштырыыуҙы һорайбыҙ.
Күмәк һәм яңғыҙ башҡарыу айырым номинацияға бүленә.Һәр номинацияла өсәр урын билдәләнәсәк. Еңеүселәр “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ буласаҡ.
ИҪКӘРМӘ! Конкурсҡа тәғәйен эштәрегеҙҙе беҙгә ебәрергә кәрәкмәй. “Аманат” журналының “Бәйләнештәге” сайтына ла ҡуймағыҙ. #Мин_Ватанды_һаҡлаусы хештегы аҫтына ҡуйылған эштәрҙе үҙебеҙ инеп ҡараясаҡбыҙ.
Конкурс йомғаҡтары 24 февраль билдәле буласаҡ.
Читайте нас: