+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 15:21

Конкурс ҡыҫҡа булыу сәбәплемелер беҙ Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнөн Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һуҙырға булдыҡ.

Конкурс ҡыҫҡа булыу сәбәплемелер беҙ Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнөн Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һуҙырға булдыҡ. Башҡорт теле ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтөн халыҡ яҙмышы сағыла. Башҡорт теле - халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.

Конкурс еңеүселәренә бөтөн төрки донъяға даны таралған билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың автографы менән “Ҡыҙыҡ был тормош...” китабын тапшырасаҡбыҙ. Бының өсөн яратҡан яҙыусы, шағир-шағирәнең үҙегеҙ уҡыған китабын ҡыҫҡаса тасури итеп һөйләп, видеоға төшөрөп ебәреү ҙә етә! Конкурс йомғаҡтары 24 февраль билдәле буласаҡ. Еңеүселәргә рәхмәт кәлимәһе биреләсәк.
Читайте нас: