Беҙ бергә! «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Өфө районы Шамонин ауылында йомғаҡлау сараһы тап ошо һүҙҙәр аҫтында уҙғарылды.Шамонинды республикала иң төҙөк һәм матур ауылдарҙың береһе тип атайҙар. Ауыл тарихы 19 быуатҡа барып тоташа. Әммә әлеге сағыулығы «Үҙ йортом» Башҡортостан Республикаһында аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү республика программаһы сиктәрендә генә асылды. Әле бында 3 мең ярымға яҡын кеше йәшәй.Өфө районының «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан 38 ауылы араһынан Шамонин лайыҡлы рәүештә муниципаль этапта еңеүсе тип табылды. Бөгөн ауылға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, Рус Юрмашы ауыл советы башлығы Артем Тимониндар килде.