+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 12:01

БӘЛИҒ БУЛМАҒАНДАРҒА ЭНЕРГЕТИКТАР ҺАТЫУ ТЫЙЫЛДЫ.

Энергетиктарҙы башлыса үҫмерҙәр ҡулланыуын күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай уны бәлиғ булмағандарға һатыуҙы тыйыу тураһында закон проекты ҡабул иткәйне. Һәм бына, ниһайәт, бөгөндән был тыйыу көсөнә инде.

Документҡа ярашлы,бәлиғ булмаған балаларға энергетик эсемлектәр һатҡан учреждениелар аҡсалата яуап бирәсәк. Граждандар өсөн – 4 мең һум, вазифа биләүселәргә – 40 мең, юридик шәхестәргә – 200 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.
Читайте нас: