+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 11:21

Бөрйән районынан Әлфинәнең ижады

Бар минең бер ҡустыҡайым Исеме уның Зариф....

  • Минең ҡустым

  • Бар минең бер ҡустыҡайым
    Исеме уның Зариф.
    Йырлай, бейей, ҡыуандыра,
    Биттёре тора янып.

    Һөнәрҙәре күп уның,
    Туп уйнарға ярата.
    Өйрәткәнде белеп бара,
    Беҙгә бәхет тарата.

  • Туған телем –бер генәм.

    Туған телем – ғәзиз телем,
    Онотмамын мин һине.
    Һиңә бағышлана шиғырым,
    Һөйөклө туған телем.
    Һинең турала шағирҙар
    Күпме шиғыр яҙғандар.
    Туған телде яратып,
    Йәшәр кәрәк тигәндәр.
    Атай, әсәй, ерем, һыуым,
    Туған телем – бер генә.
    Саф башҡортса һөйләшеп,
    Йәшәрмен гелән генә.

    Әлфинә МОСТАФИНА, Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
  • Читайте нас: