+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 16:52

Балаларға ҡарата буллинг осраҡтары бар

Башҡортостанда һуңғы өс йылда балаларға ҡарата 28 буллинг осрағы теркәлгән. Был турала бөгөн Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның сираттағы ултырышында билдәле булды.

Коллективта бер кешенең икенсе берәүҙе кәмһетеүе, ҡыйырһытыуы, юрамал яла яғыуы, хатта ҡул күтәреүе - буллинг тип атала.
Башҡортостанда һуңғы өс йылда балаларға ҡарата 28 буллинг осрағы теркәлгән. Был турала бөгөн Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның сираттағы ултырышында билдәле булды. Әммә рәсми һандар ғына был өлкәләге ысынбарлыҡты сағылдырмай, шуға ла, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, үҫмерҙәргә ҡарата буллинг һәм кибербуллинг осраҡтарын булдырмау һәм асыҡлау өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланырға кәрәк.
Читайте нас: