+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 16:24

Башҡортса аудиокитаптар

Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала бөтөн донъяға билдәле булған әкиәттәрҙе башҡорт телендә тыңлап була. Был проект Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры ярҙамы менән ойошторолған, аудиокитаптағы әкиәттәр менән Илшат Фәрхетдинов етәкселегендәге актерҙар эшләгән.

Бөгөнгө көндән беҙҙең Милли китапханабыҙ үҙенең йәш дуҫтарын, донъя классикаларын тыңларға саҡыра. Аудиокитаптарҙа “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары” (“Алиса в стране чудес”) 12 бүлектән тора, “Мең дә бер кисә” (“Тысяча и одна ночь”) әкиәте эсенә 8 Шәхерезада хикәйәләре тупланған – “Әкиәт былай башлана”, “Үгеҙ менән ишәк тураһында хикәйәт”, “Алладин менән тылсымлы шәм”, “Али баба менән ҡырҡ юлбарыҫ”, “Балыҡсы тураһында әкиәт”, “Һыңар күҙле батша тураһында әкиәт”, “Сәйәхәтсе Синбад”.
Китаптар Милли кинапхананың электрон почтаһына (http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-5151) ҡуйылған һәм аудиокитаптар сығанағы (http://www.bashnl.ru/proekty/audioknigi/)
Сәлимә Ҡаранаева.
Читайте нас: