+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 15:09

Батарейканың тыуған көнө лә була икән

Батарейка булмаһа – смартфон, планшет, ноутбук, пульт һәм бүтән әйберҙәр ҙә булмаҫ ине. Ләкин 1745 йылда...

Батарейка булмаһа – смартфон, планшет, ноутбук, пульт һәм бүтән әйберҙәр ҙә булмаҫ ине. Ләкин 1745 йылда...
Тап бөгөн, 18 февраль 1745 йыл физик-химик Алессандро Вольтаның тыуған көнө. Ошо ғалим асыштары батарейкаларҙы уйлап табыуға ла йоғонто яһаған икән. Шуға ла 18 февралде - Батарейка көнө тип атарға булғандар.
Батарейкеның файҙаһы ҙур, әммә тотонолған иҫке батарейканы утилләштереү мәсьәләһе йылдан йыл ҡатмарлаша бара. Бигерәк тә беҙҙең илдә, сөнки тейешле контейнерҙарҙы һә тигәнсә табып булмай. Һөҙөмтәлә, беҙ уларҙы дөйөм контейнерҙарға ташлайбыҙ, тәбиғәтте бысратабыҙ.
Батарейканың файҙаһын күргәс тейешле контейнерға ташлайыҡ! Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!
Читайте нас: