Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Милли кейем ул сит милләттәр өсөн – халҡыбыҙҙың визит карточкаһы, шул кейемде кейеп йөрөүсе һәр кешелә милли ғорурлыҡ тыуҙырыусы ҙур көс.
Шул уҡ ваҡытта зауыҡлы , әҙәпле, йыһан серҙәрен үҙенә йыйған ата – бабалар ҡомартҡыһы һәм мираҫы итеп һаҡланған милли кейемебеҙ йәш быуын вәкилдәрендә Тыуған ил өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ла уята.