+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 19:40

“Ҡышҡы Шайморатов уйындары” гөрләне

16–18 февраль Өфөнөң полилингваль мәктәптәрендә һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында “Ҡышҡы Шайморатов уйындары”на йомғаҡ яһалды.

16–18 февраль арауығында Өфөнөң полилингваль мәктәптәрендә һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка үткәрелгән “Ҡышҡы Шайморатов уйындары”на йомғаҡ яһалды. Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.

Уйындарҙы тантаналы асыу 16 февралдә 162-се “СМАРТ” полилингваль күп профилле мәктәбендә үтте. Ҡатнашыусылар алдында Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары сығыш яһаны. Тәүге көндә строй әҙерлеге, строй йыры һәм командирҙар ярышы уҙҙы.

17 февралдә 44-се полилингваль күп профилле мәктәптә уҡытыусылар һәм өлкән класс уҡыусылары араһынан һайлап алынған ирекмәндәр “шайморатовсылар” өсөн интеллектуаль квест уҙғарҙы. Был сара Бөйөк Ватан һуғышы тарихын, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлын, бөйөк полководецтарҙың ҡанатлы һүҙҙәрен белеүҙе, шулай уҡ беренсе ярҙам күрһәтеү һәм атыу ҡоралы менән эш итеү оҫталығын тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.

Өсөнсө – йомғаҡлау көнөндә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының “Шоңҡар” спорт комплексында ярыштар үтте. Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева ҡатнашты.

“Ҡышҡы Шайморатов уйындары”ның дөйөм һөҙөмтәләре буйынса 162-се “СМАРТ” полилингваль күп профилле мәктәбе ярыштың еңеүсеһе тип табылды. Еңеүсе командаға Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубок тапшырылды. Уйындарҙа иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән ҡатнашыусылар БР Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәре менән билдәләнде.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: