+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2021, 12:43

Башҡортостан Мәғариф министрлығы Пермь Мәғариф министрлығы менән берлектә Пермь өлкәһендә Исмәғил Тасимов Көндәре үткәрә.

2021 йылдың 1 мартына тиклем конкурс эштәре [email protected]. электрон почтаһына ҡабул ителә.

Исмәғил Тасимов — мәғдән сәнәғәтсеһе. Рәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто — Санкт-Петербург тау институтын асыусы. Был институт Фрейнбергтағы донъяла беренсе тау академияһынан ете йыл һуңыраҡ асылған.
Был сара сиктәрендә мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында “Минең халҡым Пермь өлкәһе тарихында” тип исемләнгән һүрәттәр конкурсы, “Башҡорт теле – минең ата-бабаларым теле” ғилми-практик конференция, “Минең шәжәрәм”, “Тыуған яғым толпонимикаһы”, башҡа төр саралар уҙғарыла.
2021 йылдың 1 мартына тиклем конкурс эштәре [email protected]. электрон почтаһына ҡабул ителә. Еңеселәргә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Читайте нас: