+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2021, 12:20

Башҡортостан Республикаһы телдәрендә Халыҡ-ара диктант яҙырға саҡыралар

2021 йылдың 20 февралендә 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем Башҡортостан Республикаһы телдәрендә Халыҡ-ара диктант уҙғарыла.

2021 йылдың 20 февралендә 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем Башҡортостан Республикаһы телдәрендә Халыҡ-ара диктант уҙғарыла.
Сара онлайн рәүештә ойошторола, текст уҡылған видеояҙма bash-mir.ru сайтына ҡуйыла.
Башҡорт телендә диктант яҙыу өсөн ябай ҡағыҙ ҡулланырға йә иһә беҙҙең сайттан махсус бланк сығарып алырға мөмкин. Диктант яҙғандан һуң уның сканын йә иһә яҡшы сифатлы фотоһүрәтен [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Һеҙҙең хатҡа яуап итеп ҡатнашыусы сертификаты ебәреләсәк. Диктант һөҙөмтәләре БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары сайттарында урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас: