+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 14:08

“Аманат” журналының икенсе һанына күҙәтеү.

Сәләм, дуҫтар! Компьютер, телевизор, телефондарҙан ялҡып китмәнегеҙме әле? Ай-һай, еңел түгел көнө буйы күҙ талдырып, экранға текләп ултырыуы. “Уҡыусыларыбыҙ йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы ҡағыҙ баҫма уҡыһын әле” – тип, “Аманат”тың февраль “мейестә бешеп ята”. Тиҙҙән журналды ҡулығыҙға аласаҡһығыҙ!

Сәләм, дуҫтар! Компьютер, телевизор, телефондарҙан ялҡып китмәнегеҙме әле? Ай-һай, еңел түгел көнө буйы күҙ талдырып, экранға текләп ултырыуы. “Уҡыусыларыбыҙ йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы ҡағыҙ баҫма уҡыһын әле” – тип, “Аманат”тың февраль “мейестә бешеп ята”. Тиҙҙән журналды ҡулығыҙға аласаҡһығыҙ!
Был һанда беҙ һеҙҙе өр-яңы мәҡәләләр менән шатландырасаҡбыҙ! Шаҡай һаны тулыһынса тиерлек 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө һәм 21 – февраль Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналды. Уҡыусыларыбыҙҙан килгән йөкмәткеле шиғырҙар, әкиәттәр “Аманат”ыбыҙҙың эстәлеген байытты.
Журналыбыҙҙың тышын Баймаҡ ҡалаһынан Иҫәновтарҙың татыу ғаиләһе биҙәй. Күркәм исемле, аҡыллы, теремек балаларҙың исемдәрен белгегеҙ килһә Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ әҙерләгән мәҡәлә аша танышырһығыҙ.
“Вакцинация ни өсөн кәрәк?” – исемле ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәҡәлә бар беҙҙең журналда. Прививка эшләтеү
һөҙөмтәһендә миллионлаған баланың ғүмере ҡотҡарыла, күп ауырыуҙар юҡҡа сыға. Прививка ғөмүмән ни өсөн кәрәк икәнлеген белгегеҙ килһә был мәҡәлә, моғайын бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
Әлбиттә, журналыбыҙҙа даими барған “Ай, һылыу!” конкурсы ла күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Шаҡай һылыуы был юлы тик бәләкәй принцессаларҙы ғына ҡатнаштырырға булды. Беренсе урын яулаусы бәләкәс кем икән?
Ҡыҙҙар, беҙ егеттәрҙе тикшереп, улар тураһында уй-фекерҙәрҙе күптән төйнәп бөткәнбеҙ, шулаймы? Ә бына егеттәр ҡыҙҙар тураһында ни уйлай икән? Салауат районынан Миңлегөл исемле ҡыҙҙың мөхәбәт серен “Мәңгелек сер”ҙә уҡып белербеҙ.
Журнал постерын йәмле йылмайыуы менән биҙәгән егет кем ул, тип һорарһығыҙ. Рәмил Урманшин бит ул. Уның менән әңгәмәне Рифат Йәмлеханов тәҡдим итә. Кем белә, бәлки был һөйкөмлө ағайҙы беҙ мәктәп дискотекаһына ла алып килербеҙ, Алла бойорһа. Тажвирус ҡына тиҙерәк бөтһөн инде.
“Минең шәжәрәм” конкурсына Туймазы районының Собханғол мәктәбе уҡыусылары Динар Минһажев менән Сабина Шәйхуллина үҙҙәренең нәҫел тарихтары тураһында йөкмәткеле хат яҙып ебәрҙе.
Йә, артығын “һайрамаҫ” элек, күҙәтеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ. Әлеге ваҡытта “Аманат” журналына 2021 йылдың 2-се яртыһына беренсе ярты йыллыҡтың хаҡы менән, йәғни арзаныраҡҡа ваҡытынан алда яҙылыу башланды һәм ул 31 мартҡа тиклем дауам итә. 1 апрелдән, төп яҙылыу осоро башланғас, яҙылыу хаҡы арта, шуға ла арзаныраҡ хаҡ менән яҙылып ҡалығыҙ.
Һәр айҙың 20-нә тиклем яҙылып өлгөрһәгеҙ, яратҡан журналығыҙҙы киләһе айҙан ҡулығыҙға ла аласаҡһығыҙ.
“Аманат”тан айырылмағыҙ! Бер ниндәй Интернет та, телевизор ҙа журналды алмаштыра алмай!
Читайте нас: