Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 13:35

"Аҡбуҙатта ҡунаҡта" һәләтле балаларҙы көтә

Ул 2012 йылдан башлап ике йылға бер тапҡыр ойошторола.

Быйыл фестиваль ике этапта үтә. Иң тәүҙә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһы филиалы сәхифәһендә онлайн-режимда һайлап алыу туры үтә. Унда ҡатнашыу өсөн 20 мартҡа тиклем ойоштороу комитетының электрон адресына [email protected] видеоматериал менән ғариза ебәрергә кәрәк.

Гала-концерт менән еңеүселәрҙе бүләкләү 2 апрелдә Көйөргәҙе районының “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында була.

Фестиваль сиктәрендә башҡорт фольклор коллективтары, айырым йырсылар, бейеү коллективтары һәм сәсәндәр араһында ла конкурстар ойошторола.

Читайте нас в