+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2021, 14:35

Балаларҙы автобустан төшөрөп ҡалдырырға ярамай

1 марттан Рәсәйҙә билетһыҙ балаларҙы юл ситендә ҡалдырып китеү тыйыла.

1 марттан Рәсәйҙә бер нисә ҡанун үҙ көсөнә инә. Араларында балаларға ҡағылғандары ла бар. Мәҫәлән, 16 йәшкә тиклемгеләрҙе билеты булмағанда автобустан йәки трамвай, троллейбустан төшөрөп ҡалдырыу тыйыла! Был ҡанунды, моғайын, балалар ғына түгел, кондукторҙар ҙа көткәндер әле. Яңы ҡағиҙә балаларҙың хәүефһеҙлеген, һаулығын һаҡлау өсөн индерелгән. Юғиһә, ил кимәлендә ҡараңғы ваҡытта, ҡала ситендә лә балаларҙы төшөрөп ҡалдырған осраҡтар булғаны бар. Әммә уҡыусыларға, яңы ҡанунға һылтанып, билет алмай йөрөү ҙә килешмәй.
Читайте нас: