-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2021, 12:12

Һеҙҙең балағыҙға мәктәптә туҡланыу оҡшаймы?

Күп ата-әсәнең балаһының мәктәптә нисек туҡланыуын белгеһе килә. Ошо маҡсатта баш ҡала мәктәптәрендә улар өсөн дегустация ойошторолдо.

121-се гимназияла иһә ата-әсәләр менән бергә мәктәп аҙыҡтарын республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, ҡаланың "Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге" етәксеһе Владимир Смирнов та тәмләп ҡараны.
Килгән ыңғайы делегация уҡыу процесы менән дә танышты. Улар химия, информатика, физкультура дәрестәрен ҡараны. Аҙаҡ иһә мәктәп ашханаһында төшкө аш ашап, уның сифатын баһаланы.
Айбулат Хажин белдереүенсә, республикала икенсе көн “Асыҡ ишектәр көнө” үтә, уға ярашлы, һәр теләгән кеше мәктәптә балаларҙы нисек ашатыуҙарын килеп ҡарай ала.
"Дегустация өсөн тәҡдим иткән һәр блюдо менюға тап килә, ул мәктәп тарафынан раҫлана һәм санитар-эпидемиологик тәҡдимдәргә ярашлы төҙөлә. Шуны ла иҫәптә тотор кәрәк: беҙ сәләмәт туҡланыу принциптарын үтәйбеҙ. Тимәк, ҡайҙалыр тоҙ йәки борос, шәкәр әҙерәк һалынасаҡ. Балансланған туҡланыу ғына сәләмәт рацион булдырыу мөмкинлеге бирәсәк", - тине ул.
Дегустациянан һуң ҡунаҡтар ата-әсә менән мәктәп туҡланыуын ойоштороу, уның сифатына бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләште.
Алексей Гусев белдереүенсә, мәктәптә туҡланыу тәү сиратта хәүефһеҙ, файҙалы булырға, барлыҡ талаптарға яуап бирергә тейеш, һәм ошонан һуң ғына тәмлелеге шарт.
"Ата-әсә даими рәүештә тикшереп торһон, бының өсөн уларҙың йыйылышында һайланған һәм раҫланған комиссиялар булдырыу кәрәк", – тине министр.
Алина Сөләймәнова мәктәптәрҙә уҡыусылар тарафынан туҡланыуҙы мониторинглау акцияһы башларға тәҡдим итте. “Уҡыусылар ашап бөткәндән һуң өҫтәлде фотоға төшөрәсәкбеҙ һәм теге йәки был блюдоның популярлығын анализлаясаҡбыҙ,” – тине ул.
Дегустациянан һуң ата-әсәләр ҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Кәтлит ашап ҡараным. Ул тәмле, дәғүәм юҡ. Бәләкәй балама мәктәптә туҡланыу оҡшай. Ә өлкәне ҡайһы берҙә ҡәнәғәтһеҙлеген әйтә. Мәҫәлән, һыуыҡ килеш бирәләр, ти һәм башҡалар. Тик барыбер мәктәптә ашауҙан баш тартманы", – ти балалары беренсе һәм бишенсе класта уҡыған әсә Ксения Солонина.
"Мин эҫе килеш ашарға яратам. Минеңсә, бөгөн аҙыҡ һалҡыныраҡ ине. Ә бала өсөн был уңайлы тип уйлайым. Уға өйҙә лә ҡайнар аш ашатыуы ауыр", – ти Анна Семенникова.
Өфө ҡалаһының 216 балалар баҡсаһы менән 127 мәктәбендә туҡланыуҙы берҙәм оператор – “Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге” автономиялы муниципаль учреждениеһы ойоштора. Ҡайнар аш балалар баҡсаһына йөрөгән 68272 балаға һәм 109192 мәктәп уҡыусыһына бирелә.
Барыһы өсөн берҙәм меню эшләнгән. Ул төрлө, балансланған һәм бар талаптарға яуап бирә. Иртәнге аштарға махсус диетик һөт аҙыҡ-түлеге лә индерелгән.
Блюдолар аҙыҡ-түлек блоктарында әҙерләнә. Бүлеү цехы булмаған ашханаларға йәшелсә, балыҡ, ит, тауыҡ итенән ярымфабрикаттар килтерелә. Уҡыусылар ике тапҡыр ашай (иртән һәм төш), көноҙоно мәктәптә булғандар төштән һуң да туҡлана. Мәктәптә буфеттар эшләй.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: