+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2021, 02:40

Мәргәндәрҙең уғы сәпкә тейҙе

Башҡортта борондан килгән уҡ атыуҙы әле тергеҙеү, үҫтереү - бик яҡшы күренеш. Был шөғөлдө өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бик ярата.Башҡортта борондан килгән уҡ атыуҙы әле тергеҙеү, үҫтереү - бик яҡшы күренеш. Был шөғөлдө өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бик ярата.

Күркәм йоланы дауам итеп, "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ярашлы, бөгөн Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында “Мәргән уҡсы” турниры үтте.
Урындағы клубы янында 2020 йылдың декабренән алып уҡ атыу түңәрәге эшләп килә. Унда 16 бала һәм алты өлкән кеше шөғөлләнә. Түңәрәк етәксеһе Рәүеф Әбйәлилов менән бергә балалар ҙа талдан йәйә яһай хәҙер.
Уҡсыларҙы бөгөнгө буран да ҡурҡыта алманы. Турнирға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа дәррәү йыйылды. Шулай уҡ ярышты ҡарау, үҙ көсөн һынау маҡсатында Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Асҡар Кинйәлиев тә килде. Ҡунаҡтарҙы һыбайлы уҡсылар ҡаршы алып, матур сығыш күрһәтте.
Ярыштарҙа 20-нән ашыу мәргән ҡатнашты. Һөҙөмтәләр буйынса, балалар араһында (6-12 йәш) Вилдан Ҡәҙерғолов, үҫмерҙәр араһында (13-18 йәш) Радмир Ҡәҙерғолов, ә өлкәндәр араһында Дамир Ҡәҙерғолов алдынғылыҡты бирмәне.
Уҡсылар көс һынашҡан саҡта Яҡут ауылының уңған хужабикәләре ялан бутҡаһы бешерҙе. Турнир тамамланғас, унда ҡатнашҡандарҙы тәмле ризыҡ менән һыйланылар.
"Бөгөн беҙҙә балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр араһында беренсе уҡ атыу турниры үтте. Сара юғары кимәлдә ойошторолдо. Минең ҡартатайым 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан. Ул уҡсы булған, Парижға тиклем барып еткән. Уның рухи байлығы, патриотизмы беҙгә мираҫ булып бирелгән. Уҡ атыу буйынса түңәрәк асыу беҙҙең күптәнге хыял ине. Һәм, ниһайәт, ул тормошҡа ашты. Турнирҙың тап беҙҙә үткәненә бик шатбыҙ", – тине ауыл клубы балетмейстры, сараны ойоштороусы Рәмзиә Әбйәлилова.
Үҫмерҙәр араһында еңеү яулаған 13 йәшлек Радмир Ҡәҙерғолов та тәьҫораттары менән уртаҡлашты. “Уҡ атыу беҙҙе тапҡыр, түҙемле булырға өйрәтә. Бында минең дуҫтарым да йөрөй”, – тине ул.
"Беҙҙең районда “Мәргән уҡсы” турниры беренсе тапҡыр үтте. Сара бик ҡыҙыҡлы булды. Балалар ҡомарлы, рухлы икәнен күрһәтте. Әлбиттә, әлегә беҙҙең уҡтар талдан ғына эшләнгән, шулай ҙа оҙаҡламай был шөғөл етди спорт төрөнә әйләнер тип ышанам. Секция ойоштороласаҡ, ҡорамалдар һатып аласаҡбыҙ. Мин дә атып ҡараным, бала саҡ иҫкә төштө. Уҡ атыу – ул беҙҙеке, башҡорттоҡо, һунарсыныҡы, ирҙәрҙеке!" – тине район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте.
Читайте нас: