-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2021, 18:09

Буранай һылыуы

Дуҫтар! Әйҙәгеҙ, "Буранай һылыуҙары" менән таныша торайыҡ!

Ғәҙәттәгесә иҫкәртәбеҙ: еңеүсене, йәғни "Буранай һылыуы"н "Аманат" журналы редакцияһы үҙе һайлап, билдәләй. Ә "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙөң яҙылыусыларына беҙ "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсене билдәләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Йәғни, төркөмдәге альбомда кемдең фотоһы иң күп лайк йыя, шул номинацияға эйә була.

Нисек тауыш бирергә?

✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 мартҡа тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.

✓ "Буранай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.

✓ 15 мартта, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең сайтта, социаль селтәрҙәрҙә донъя күрә.

Бына ул беҙҙең һылыуҙар:
Мин Байдикова Мария булам. Туймазы районы Серафим ауылында йәшәйем. Әлеге мәлдә 3 синыфта белем алам.Буш ваҡытымда күбеһенсә китап уҡыйым, мәрйен теҙәм, тегенергә лә бик яратам. Киләсәктә тәрбиәсе булырға теләйем.
Мин Әминова Азалия. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, китап уҡыйым, әсәйемә ярҙам итәм. Киләсәктә стюардесса булырға хыялланым.
Мин Гречникова Диана булам. Төрлө китаптар уҡырға, һүрәт төшөрөргә яратам. Киләсәктә табип булырға хыялланам.
Мин Зәрипова Зәлиә булам. Масетле районы Аҙанғол ауылында тыуғанмын. Буш ваҡыттарымда китап уҡыйым, бешеренергә яратам.
Мин Хисамова Камилла, Мәсетле районы Яңы Яуыш ауылы ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта Нижневартовск ҡалаһында, 8 синыфта тик "4" һәм "5" билдәләрена генә уҡыйым, төрлө конкурстарҙа ҡатнашам.
Читайте нас: