+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 16:29

"Ҙур һуғыштағы минең батырҙарым"

Ошо исем аҫтында ил кимәлендә ижади конкурс башланды. Уны Оксана Федорованың "Спеши делать добро", Рәсәй почтаһы һәм Еңеү музейы уҙғара.

"Ҙур һуғыштағы минең батырҙарым" тигән конкурста мәктәп уҡыусыларын ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ошо исем аҫтында беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһындағы хәтерҙе үҫеп килгән быуынға еткереү. Уҡыусыларҙы китаптар, хәтирәләр, ғаилә альбомдары менән таныштырыу, ата-бабаларының һуғыш менән бәйле ваҡиғаларын бәйән итеү.
Конкурста ҡатнашыусылар тиҫтерҙәренең һуғыш йылдарындағы батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары хаҡында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, тарих фәндәре докторы, полковник, хәрби тарихсы, ветеран Аркадий Никоноровтың "Ҙур һуғыштың бәләкәй геройы" тигән китап-трилогияһы менән дә танышасаҡ.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте https://detigeroi.ru/upload/polozhenie-konkurs-moi-geroi-bolshoj-vojny-2021.pdf?upd=1 табырға була.
Читайте нас: