2021 йылда был мәртәбәле премияға яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды. Ул “Илебеҙ беҙҙең ожмахтай” китабы өсөн наградланды.
Был туралағы Бшҡортостан Башлығы указына 1 мартта ҡул ҡуйылған һәм ул рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән.
Конкурстың положениеһына ярашлы, премия ике йылға бер тапҡыр йәш быуынды рухи-әхлаҡи йәһәттән һәм ватансылыҡ йүнәлешендә тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре өсөн тапшырыла.
Балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек һаулыҡ, ижадығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!