-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 13:53

"Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе" конкурсына йомғаҡ яһалды

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Уның төп маҡсаты – йәмғәиәтебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың баһаһын, абруйын күтәреү, уңған, һәләтле, эшһөйәр, күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы республикабыҙға танытыу.

“Торатау” конгресс-холында үткән конкурстың йомғаҡлау этабына республикабыҙҙың төрлө ауыл-ҡалаларынан, хатта күрше төбәктәрҙән дә иң шәп, иң сағыу һәм иң әүҙем гүзәл заттар йыйылды. Улар араһында күп бала тәрбиәләүсе әсәләр, уҡытыусылар, табиптар, китапханасылар, ҡул эше оҫталары, фән эшмәкәрҙәре, артистар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Проекттың авторы һәм ойоштороусыһы БР Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, гүзәл заттарҙың үҙенең профессиональ эшендә генә түгел, республикабыҙҙың сәйәси һәм ижтимағи тормошонда ла әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үтте.
Еңеүселәр ун номинация буйынса билдәләнде. Мәҫәлән, “Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ” номинацияһында Баймаҡ районынан Айгөл Иҙелбаева еңеүселәр иҫәбендә. Уның "Ауылмаркет" магазины , "Ҡымыҙ ожмахы" кибеттәре халыҡ араһында киң популярлыҡ яуланы. "Тирмәләр ҡаласығы" проектын ойоштороусы, “Ашъяулыҡ” башҡорт аш-һыу оҫталары конкурсында ҡатнашыусы Айгөл Иҙелбаева ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалына иһә был юлы 14 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды. Улар араһында Башҡортостандың элекке мәғариф министры, педагогия фәндәре кандидаты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры Леонора Ҡыуатова, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры уҡытыусы, композитор һәм дирижер Мәрйәм Солтановалар бар.
Читайте нас: