+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2021, 14:23

"Өс таған" ҙур экрандарға сыҡты

Бөгөн, башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең "Өс таған" повесы буйынса төшөргән фильмы прокатҡа сыҡты.

Уны Башҡортостан, Татарстан, күрше төбәктәр, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Алтай крайы кинотеатрҙарында ҡараясаҡтар. Мәскәүҙә Кино йортонда "Өс таған"дың премьераһы булды.
Фильм Ғафури районы Толпар ауылында 2018 йылда төшөрөлә башлағайны. Повестағы Кирәмәт тауын Стәрлетамаҡ янындағы Йөрәктау шиханы алмаштырҙы. Кастинг үткәреп, 500-ҙән ашыу йәш актер араһынан Ильдар Биҡҡолов (Ғабдулла), Руслан Кадаев (Айҙар), Арыҫлан Ғәлиев (Вәзир), Ильяс Кинйәбулатов (Яҡуп) һайлап алынған. Ә Гөлнур ролендә - Әминә Яҡупова. Кино башҡорт телендә төшөрөлгән, шулай уҡ Санкт-Петербургта профессиональ дубляж актерҙары ҡатнашлығында урыҫ варианты ла эшләнә. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә күрһәтеү өсөн инглиз һәм урыҫ телдәрендә субтитрҙар менән эшләнгәне лә бар. "Өс таған" унлап конкурста призлы урындар алып өлгөрҙө лә инде.
Читайте нас: