Айнур Әхмәт улы ете йәшенән баяндан айырылғаны юҡ. Республика буйынса ойошторолған музыка фестивалдәрендә һәр ваҡыт еңеүсе булырға өйрәнгән егет Халыҡ-ара кимәлгә сыға. Бөтә донъя музыканттары араһында ла тик Гран-при, йә беренсе урын алыуға өлгәшә. 15 тапҡыр призлы урын яулай.