+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2021, 13:31

Мәктәптең ҡыйығы емерелгән

Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылындағы мәптәптең кыйығы емерелгән, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылындағы мәптәптең кыйығы емерелгән, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Ҡыйығы кисә, 5 март, емерелгән. Шул ваҡыт уҡыусылар бина эсендә булған. Бәхеткә күрә бер кем дә йәрәхәтләнмәгән.
Красная Башкирия ауылы мәктәбе 1970 йыл төҙөлгән. Бер ҡатлы кирбес бинала 1-9 синыф уҡыусылары белем ала. Бөтәһе - 90 бала.
Әбйәлил районы хаҡимиәте мәғлүмәте буйынса әлеге ваҡытта башланғыс синыф уҡыусылары балалар баҡсаһында ике сменала белем аласаҡ. 5-9 синыф уҡыусылары мәктәптең емерелмәгән яғында уҡыр тип яҙылған.
Читайте нас: