+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Март 2021, 16:59

Башҡортостандың Иглин районы Оло Теләк ауылы эргәһендәге аҡланда урындағы фермерҙар ҡарға "8 Март" тигән үҙенсәлекле ҡотлау яҙған.

Ғәҙәти булмаған открытканы йылҡысы Һиҙиәтуллиндар әҙерләгән. Байрам флешмобында меңгә яҡын ат ҡатнаша. Команда буйынса хайуандар алдан әҙерләнгән траншеяларға йүгерә.

Яҙыуҙың бейеклеге – 100 метрға яҡын. Фермер хужалығы етәксеһе Хәсән Һиҙиәтуллин әйтеүенсә, бындай сараларҙа уның аттары беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Шундай уҡ байрам ҡотлауы Ватанды һаҡлаусылар көнөндә лә әҙерләнгән булған. Был күренеште өҫтән квадрокоптерҙан төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалалар. Фермерҙың хужалығында мең ярым ат ҡына түгел: һыйыр, үгеҙ, һарыҡ, кәзә, 300 болан, 500 баш ҡош-ҡорт – тауис, күркә, өйрәк, тауыҡтар ҙа бар. Шундай уңған, тырыш һәм заманса шәхестәребеҙ булыуға һоҡланаһы ғына ҡала.
Читайте нас: