+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Март 2021, 15:13

Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы нисек тапшырылыр?

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.

Быйыл, 11 синыфты тамамлағандар өсөн имтихандарҙы ваҡытынан алда тапшырыу ғәмәлдән сығарылды. Берҙәм дәүләт имтихандары тик вуздарға уҡырға инергә теләгәндәр өсөн буласаҡ. Улар 31 майҙан 2 июлгә тиклемге ваҡыт арауығында ойоштороласаҡ. База кимәлендәге математиканан БДИ быйыл булмаясаҡ. Юғары уҡыу йортона уҡырға барырға йыйынмаған мәктәпте тамамлаған уҡыусы дөйөм белем тураһындағы аттестат алған саҡта ике предмет буйынса ғына сығарылыш имтиханы тапшырасаҡ. Улар – математика менән рус теле. Бынан тыш, йомғаҡлау иншаһы, изложение үткәреү ваҡыты 2 декабрҙән 15 апрелгә күсерелә. Өҫтәмә рәүештә тағы 2021 йылдың майында бер көн буласаҡ. Быйылғы тағы бер яңылыҡ – информатиканан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған 11-се синыф уҡыусыһы һынауҙы компьютерҙа үтәсәк. Быға тиклем был фән буйынса имтихан ҡағыҙҙа алына ине.
Читайте нас: