Был байрам бик борондан килә. Тәбиғәт көстәренә, ел ваҡыттарына табыныу, уларҙың күңелен күрергә тырышыу менән бәйле булған. Әлеге йола ете көн буйына байрам ителә. Аҙнаның һәр көнө исемләп бүленгән. Ә төп атрибуты – түңәрәк ҡоймаҡ. Ҡояш символы аҙна буйына бер ғаиләлә әҙерләнә. Байрам табыны айырыуса бай була. Унда бутҡа, бәлеш һәм, әлбиттә, ҡоймаҡ булырға тейеш.