+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Март 2021, 12:48

Яңғыраһын «Яңы моң»!

Өфөлә «Яңы моң» халыҡ-ара музыка конкурсының кастингтары үтте. Проекттын авторы - Радик Юлъяҡшин.

Өфөлә «Яңы моң» халыҡ-ара музыка конкурсының кастингтары үтте.
Ете илдән биш меңдән ашыу башҡарыусы онлайн-кастингта ҡатнашты, баһалама алдында сығыш яһыу хоҡуғын 55 йырсы ғына алды. Жюри составында Рәсәйҙең билдәле продюсеры Лина Арифуллина ла бар. Баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙың сәхнәлә тереләй йырлағанын тыңлап, йә конкурстың төп этаптарына үткәрә, йә проекттан төшөрөп ҡалдыра.
«Ҡатнашыусылар төрлөлөгө менән ҡыуандыра. Кемдеңдер музыкаль белеме, хатта сәхнә тәжрибәһе бар, ә кемдер бөтөнләй музыкаль мәктәпкә лә йөрөмәгән. Төрлө һөнәр эйәләре килә, барыһын да күҙәтеүе ҡыҙыҡ. Күптәре үҙҙәре йырҙар яҙа һәм аранжировкалар ҙа эшләй. Беҙ тауышҡа ғына түгел, ә кешенең тәбиғи харизмаһына ла ҡарайбыҙ. Кеше профессионал булмаһа ла, үҙенә ҡарата алһа, артабан үтә», — тип баһалама эшенең ҡайһы бер нескәлектәре тураһында һөйләне проекттың авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Радик Юлъяҡшин.
Билдәле булыуынса, «Яңы моң» проекты 2021 йыл башында Башҡортостан Республикаһы Башлығының республика халыҡтарының телдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән гранты ярҙамына лайыҡ булды.
Марттың тәүге яртыһында «Яңы моң» проектының кастингтарынан әҙерләнгән тапшырыуҙар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирына сығасаҡ.
Читайте нас: