+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
11 Марта 2021, 04:05
"Айыҡ ауыл-2020" конкурсы финалсылары билдәле
"Айыҡ ауыл-2020" конкурсының тәүге этабында 2 меңдән ашыу ауыл ҡатнашҡайны. Икенсе турҙа иһә һәр райондан берәр ауыл һайлап алынды.
Добавить в предпочтительные источники Google
Бына конкурс тамамланыуға бара, финалға сыҡҡан 12 ауылдың исеме лә билдәле. Ғәҙел баһалар өсөн уларҙы төркөмдәргә бүлгәндәр. Шулай итеп, кемдәр төп бүләктәр, йәғни 5, 3, 2 миллион һумлыҡ сертификаттар өсөн ярыша һуң? Эре ауылдар араһында: Тәтешле районының Шулған; Өфө районының Шамонин; Учалы районының Илсе ауылдары. Ҙур ауылдар араһында: Әбйәлил районының Таштимер; Бөрөнөң Баҡтыбай; Күгәрсен районының Исем ауылдары. Уртаса ауылдар араһында: Бөрйәндең Берәтәк; Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт; Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылдары. Бәләкәй ауылдар араһында: Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай; Благовар районының Үрге Ҡарғалы; Көйөргәҙе районының Яҡут ауылдары.
Финалсылар өсөн ошонда кереп тауыш бирә алаһығыҙ:
https://golos.bashkortostan.ru/polls/224/
. Тауыш биреү 20 мартҡа тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас
вк
дзен
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"