+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 16:59

Башҡорт Дәүләт университеты студенттары матурлыҡ салоны асты!

Идеяны тормошҡа ашырыуға былтыр тотонғандар. Бина табып уны үҙҙәре ремонтлағандар, хатта йыһаздарҙы үҙ көстәре менән эшләгәндәр. Ойоштороу эштәрендә Рәсәй студенттар отряды ла ярҙам иткән.

Макияж, сәс ҡырҡтырыу һәм прическа яһатыу, ҡаштарҙы тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә. Матурлыҡ тыуҙырырға өйрәтеү ҙә юлға һалынған. Бөтә төр хеҙмәттәргә студенттарға ташламалар яһала. Киләсәктә маникюр эшләп, керпек йәбештерә башлау күҙаллана. "Матурлыҡ салонын хеҙмәт күрһәтеү өсөн генә түгел, йәштәргә эш урыны тәҡдим итеү буйынса ла яҡшы проект!" - тип һанайбыҙ тине матурлыҡ салоны проекты кураторы Аделина Саҡаева.
Читайте нас: