+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 17:44

Хеҙмәттәштәребеҙҙе юғары наградаға лайыҡ булыуҙары менән тәбрикләйбеҙ!

Бөгөн Өфөлә республиканың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.

Лайыҡлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған шәхестәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләгән 59 алдынғы хеҙмәткәргә ордендар, миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бүләкләнеүселәр араһында коллегабыҙ Салауат Ғайса улы Кәримов та бар. Ул республикабыҙҙың мәртәбәле һәм юғары наградаһына – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Салауат Кәримовты йәмәғәтселек журналист, балалар яҙыусыһы, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире булараҡ белә. Бынан тыш, ул – Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре һәм мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры.
Киң даирәле ижтимағи һәм ижади эшмәкәрлек алып барыуына ҡарамаҫтан, Салауат Ғайса улы төп иғтибарын, көсөн һәм дәрт-дарманын, әлбиттә, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына бүлә. 2007 йылдан баш мөхәррир вазифаһын уңышлы атҡара ул. Ошо көндәрҙә сыға башлауына 100 йыл тулыуҙы билдәләгән баҫма күп телле (мәҡәләләр туғыҙ телдә баҫыла), күләмле, ҙур тиражлы булыуы менән танылыу яулаған.
Юғары наградалар алыусылар араһында беҙҙең башҡа билдәле журналистарҙың да булыуы һөйөнөслө ваҡиға: “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Николаевич Голов менән Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының консультанты Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупованың фиҙакәр хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” тигән маҡтаулы исем менән билдәләнде.
Хеҙмәттәштәребеҙ хаҡында төбәк Башлығы Радий Хәбиров та үҙ сығышында айырып әйтеп үтте: “Вячеслав Николаевич Голов, Салауат Ғайса улы Кәримов, Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова, Дан Кричевский республиканың рухи тормошон, күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙе һәм мәғрифәтебеҙҙе байытыуға тос өлөш индерә”, – тине ул.
Коллегаларыбыҙҙы – журналдың бер быуатлыҡ юбилейы, ә уның талымһыҙ, алдынғы ҡарашлы баш мөхәррире Салауат Ғайса улын юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һәр ваҡыт шулай лайыҡлы хеҙмәтегеҙҙең емештәрен татып, яңынан-яңы уңыштарға һәм ҡаҙаныштарға өлгәшеп йәшәргә һәм эшләргә яҙһын!
Читайте нас: