+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 11:16

ОСРАШЫУ КУБОГЫ - 2021

13 мартта Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда Башҡорт юниор лигаһы VIII миҙгеленең икенсе уйыны була. Унда алты район һәм биш ҡаланан бөтәһе 13 команда ҡатнаша.

VIII сезон 2020 йылдың ноябрендә башланды. Унда 21 команда ҡатнашты, араларында уйынға яңы ҡушылыусылар ҙа байтаҡ булды. Мәҫәлән, Борай, Дүртөйлө, Краснокама, Нуриман райондары, Өфөнән Башҡорт кооператив техникумы һәм Учалынан С.Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары лигала беренсе тапҡыр сығыш яһаны.

Башҡорт юниор КВН лигаһы 2013 йылдан алып мәктәп һәм урта һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттары студенттары араһында башҡорт телендә КВН уйындары ойоштора. Сараларҙа Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән балалар теләп ҡатнаша. Уйындарҙың төп маҡсаты — уҡыусы йәштәр араһында башҡорт телен популярлаштырыу.
Читайте нас: