Быйыл күренекле башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, журналист Ярлы Кәримдең (Ғабдулла Кәримовтың) тыуыуына 120 йыл тула. Ул шағир Фәтих Кәримдең бер туған ҡустыһы. Бер туған Кәримовтар сығышы менән Бишбүләк районының Айыт ауылынан.
«Интернационал» йырын тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә иткән шағир - Ярлы Кәрим.
Ғабдулла Кәримов (Ярлы Кәрим) 1919 йылда Петроград ҡалаһын һаҡлаған башҡорт ғәскәрҙәре составында сәйәси комиссар булып хеҙмәт итә. 1920-26 йылдарҙа «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» газеталарында эшләй. Фронтта алған ауыр яраларҙан мандый алмай 36 йәшендә генә вафат була. Ошо ҡыҫҡа ғүмере эсендә Ярлы Кәрим сағыу ижады менән танылып өлгөрә. 1920 йылда «Интернационал» йырын тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә итә. Әҫәрҙәренең күп өлөшө Граждандар һуғышы осоронда юғалған.