-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2021, 14:31

Хәйбуллалар "тотҡонлоҡ"тан нисек сыҡты?

Билдәле булыуынса, Хәйбулла районы һуңғы көндәрҙәге ҡар-буран "тотҡонлоғо"на ныҡ эләкте. Көрт өйөмөнә күмелеп, төбәктәге күп юлдар ябылды.

Билдәле булыуынса, Хәйбулла районы һуңғы көндәрҙәге ҡар-буран "тотҡонлоғо"на ныҡ эләкте. Көрт өйөмөнә күмелеп, төбәктәге күп юлдар ябылды.
Һәм бына, ҙур ауырлыҡтар менән булһа ла, райондың бар ауылдарына ла юлдар асылды. Был хаҡта "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итте.
"Бик ауыр булды, шулай ҙа беҙ күмәк көс менән ғәрәсәт эҙемтәләрен йырып сыға алдыҡ. Бар ауылдарға ла юл асылды. Һуңғылары Әбделнасир һәм Михайловка булды. Был эштә ҙур ярҙам күрһәткән райондың барлыҡ хеҙмәттәренә, юл-төҙөлөш хеҙмәткәрҙәренә, фермер хужалыҡтарына, тау сәнәғәте предприятиелары етәкселәренә, шулай уҡ битараф булмаған бар кешегә ҙур рәхмәт белдерәм. Күмәкләп барыһын да еңеп сыҡтыҡ", - тигән Рөстәм Динислам улы.
Әйткәндәй, райондың мәғариф учреждениелары араһында "Ҡар көрәргә ярҙам ит" акцияһы иғлан ителде. Ошо нигеҙҙә күп ауылдарҙа йәшәгән ололарға булышлыҡ ҡылынды. Шулай уҡ кисә район буйынса дөйөм өмә иғлан ителде.
Фотолар һәм видео Рөстәм Шәриповтың"Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас