Барлыҡ теләүселәр ҙә ҡатнашырға саҡырыла. Үҙең менән паспорт йәки шәхесеңде раҫлаусы башҡа документ булыуы мотлаҡ. Сараны үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Степан Кувыкин урамы, 100-сө йорт, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы.
Тик ҡатнашыу өсөн ғаризаны 15 мартҡа тиклем мәғариф һәм фән министрлығының mobr@bashkortostan.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Һынау 27 мартта 10.30 сәғәттән 12.30-ға тиклем үтәсәк.