-1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2021, 17:43

"БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2021" РЕГИОН-АРА КОНКУРСЫ.

16 март көндө “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” регион-ара конкурсының иң сағыу һынауҙарының береһе – “Милли кейемде презентациялау” этабы үткәрелә.

16 март көндө “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” регион-ара конкурсының иң сағыу һынауҙарының береһе – “Милли кейемде презентациялау” этабы үткәрелә.
Конкурс шарттары буйынса уҡытыусылар милли костюмды йә уның бер элементын оригиналь итеп презентацияларға, уның билдәле бер урынға ғына хас булған үҙенсәлектәрен яҡтыртырға, педагогик эшмәкәрлектә ҡулланыу мөмкинлеген күрһәтергә тейеш.

Баһалама ағзалары конкурсанттың сығышын креативлығы һәм сағыулығы, этномәҙәни үҙенсәлеге, башҡорт милли костюмын, уның билдәле бер урынға ғына хас булған үҙенсәлектәрен белеү кимәле, күрһәтелгән тәжрибәнең методик ҡиммәте, образдың гармонияһы йәһәтенән баһалаясаҡ.

"Милли кейемде презентациялау" конкурс этабын тура трансляцияла түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://www.youtube.com/watch?v=iTqpGuSFiOQ
Читайте нас: