-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2021, 17:39

Мең ырыуы башҡорттарының шәжәрә байрамы үтәсәк.

19 мартта Миәкә районының Ҡырғыҙ Миәкә ауылында Мең ырыуы башҡорттары вәкилдәре Шәжәрә байрамына йыйыласаҡ. Сара 10:00 сәғәттә башлана.

19 мартта Миәкә районының Ҡырғыҙ Миәкә ауылында Мең ырыуы башҡорттары вәкилдәре Шәжәрә байрамына йыйыласаҡ. Сара 10:00 сәғәттә башлана. Сарала Башкортостан Республикаһы Дәуләт Йыйылышы — Королтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башкорттары королтайы Президиумы Рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, «Мең ырыуҙары» йәмәғәт ойышмаһы Советы Рәйесе Әхнәф Тимербулатов, Башкортостан Республикаһының Стратегик эҙләнеүҙәр институтының граждандар инициативаһын өйрәнеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин, филология фәндәре кандидаты, Башкорт дәүләт университеты доценты Сәйетбатталов Искәндәр, Миәкә районы башкорттары королтайы Рәйесе, Миәкә районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Махианов, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, «Мең ырыуҙары» йәмәғәт ойошмаһы Советы ағзаһы, биология фәндәре кандидаты Дамир Асҡаров, Мең ырыуы аҡһаҡалы Тимерғазим Усманов ҡатнаша.

Сара ике өлөштән: фәни-ғәмәли ултырыштан һәм шәжәрә конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһынан торасаҡ.

Мең - иң ҙур башҡорт ҡәбиләләренең береһе. Мендәр үҙҙәре генә туғыҙ ырыуға бүленә. Бына улар: Илкүл-Мең, Ҡырҡөйлө-Мең, Күлиле-Мең, Ҫыбы-Мең, Өршәк-Мең, Меркет-Мең, Илкәй-мең, Ҡыбау-Мең һәм Ҫарылы-Мең ырыуҙары.

Читайте нас