Программала оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, ата-әсәләр берләшмәһе өсөн онлайн-конференция, кинофильмдар күрһәтеү, концерттар ҡаралған. Төп ваҡиғалар – 18 мартта Барҙа районы Төндөк ауылында ғәйнә башҡорттары конференцияһын ойоштороу һәм Пермь районы Ҡуян ауылында Исмәғил Тасимовҡа мемориаль таҡта асыу.
Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 11 мартта ойоштороу комитетының сираттағы ултырышы уҙҙы, унда сараларҙы әҙерләү барышы тикшерелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәҙәниәт министрлығы белгестәре менән онлайн-кәңәшмәлә Пермь крайының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре, Барҙа, Пермь һәм Чернушинский райондары башҡорттары ҡоролтайҙарының етәкселәре, шулай уҡ Барҙа округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары һәм белгестәре ҡатнашты.